+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
23 Октябрь 2024, 06:33

“Еңмеш” Һиндостанға бара

Ниңә нәҡ “Еңмеш”ме? Хәтерегеҙҙәме икән, был фильмда ваҡиғалар тыныс ҡына йәшәп ятҡан бәләкәй генә башҡорт ауылына популяр һинд фильмы “Танцор диско” килтерелгәндән алып йәнләнеп китә. Бөтә бала-саға киноға эләгергә хыяллана. Өләсәһен шуҡлыҡтары менән йонсотоп бөткән Илнур ҙа клубҡа барып, шәп һинд картинаһын ҡарап ҡайтырға бик теләй. Бының хаҡына хатта бер көн буйы шым ғына, тыңлаусан ғына бала булырға ла күнә.

“Еңмеш” Һиндостанға бара“Еңмеш” Һиндостанға бара
“Еңмеш” Һиндостанға бара

Бына шулай итеп бер-береһенә бәйләнеп киткән башҡорт киноһы менән һинд киноһы. Хәҙер инде Башҡортостан киносылары Һиндостанға халыҡ-ара фестивалгә йыйына. “Слово о русском сердце” тигән фестиваль 24–27 октябрҙә Һиндостандың Тривандрум ҡалаһында үтәсәк. Унда Рәсәй менән Һиндостан төбәктәре үҙ мәҙәниәтен күрһәтәсәк. Бер йүнәлеш кино индустрияһына арналасаҡ.

Рәсәй Кинематографистар союзы ағзаһы, Башҡортостан Кинематографистар союзы идараһы ағзаһы Марат Фәйзуллин Һиндостандағы фестивалдең сессияларында һәм пленар ултырыштарында ҡатнашасаҡ, башҡорт киноһы тураһында һөйләйәсәк. Беҙҙең киноны режиссер Айнур Асҡаровтың “Еңмеш” фильмы кәүҙәләндерәсәк.

Сығанаҡ

“Еңмеш” Һиндостанға бара
“Еңмеш” Һиндостанға бара
Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас