+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
23 Октябрь 2024, 09:51

Шомланыу һаулыҡты боҙа

Сит ил ғалимдары музыканың кешегә тәьҫирен тикшергән. Һығымталары шундай: музыка һыҙланыуҙы, хәүефләнеү-шомланыуҙы баҫа, шештәрҙе дауалай.

Шомланыу  һаулыҡты боҙаШомланыу  һаулыҡты боҙа
Шомланыу һаулыҡты боҙа

Улар  операция үткәргән кешеләрҙең торошон күҙәткән. Яратҡан музыкаһын тыңлағанда ауырыуҙарҙың ауыртыныуҙары баҫылған, йөрәк тибеше нормалләшкән. Йыр яратыусылар ауыртыуҙы баҫа торған дарыуҙарҙы һирәгерәк ҡулланған, йәрәхәте тиҙерәк уңалған.

Нормаль йөрәк тибеше кислородтың һәм туҡлыҡлы матдәләрҙең ҡан менән бөтә ағзаларға тейешенсә барып етеүен аңлата. Был, әлбиттә, операция йәрәхәтенә лә ыңғай йоғонто яһай.

Шомланыуҙың зыяны шунда: организм һауығыуға кәрәкле көсөн ауыр кисерештәргә әрәм итә, күңел төшөнкөлөгө хәлен ала. Башы борсолоуҙан  сыҡмаған кешенең организмында елһенеү, шешеү, эренләү бөтөүгә табан китмәй, киреһенсә, көсәйә икәне күптән иҫбатланған. Шулай итеп, музыканың тынысландырғыс көсө лә һауығыуға шарт тыуҙыра.

Был турала КП баҫмаһы яҙған.

Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас