+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
23 Октябрь 2024, 08:18

Ҡыш бабай юлға йыйына

Балалар Ҡыш бабайҙы көтә лә башлағандыр инде. Түҙем булығыҙ – ике генә ай ҡалды. Ҡыш бабайлы поезд 24 декабрҙә Салауат һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларына туҡтаясаҡ. Ә 25-е Өфөгә килеп етә.

Ҡыш бабай юлға йыйынаҠыш бабай юлға йыйына
Ҡыш бабай юлға йыйына

Был көндө балалар менән уларҙың ата-әсәләре өсөн вокзал алдында күңелле саралар ҡуйыласаҡ. Артистар, аниматорҙар мөғжизәле әкиәт мөхите хасил итәсәк.

Поезд килеп туҡтағас, Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу поездан төшөп, йыйылған халыҡты етеп килгән Яңы йыл менән ҡотлаясаҡ.

Шунан теләгәндәр байрамса биҙәлгән поезд алдында фотоға төшә, лавкалы вагонға инеп төньяҡ сувенирҙары һалып ала, ресторанлы вагонға инеп төньяҡ аштарынан ауыҙ итә аласаҡ.

Ҡыш бабай поезы ябай поезд түгел, ә уның күсмә һарайы. Бабай бик күп Рәсәй ҡалаларын урап сығасаҡ, Бөйөк Устюгҡа эргәһенә бара алмағандар өсөн  шулай осрашыуҙар ойоштора ул.

Сығанаҡ

Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас