Светлана менән Артём дүрт ул үҫтерә. Улар бергәләшеп велосипед ярыштарында, ғаилә спорт уйындарында ҡатнаша, миҙалдар һәм кубоктар яулай.
“Уларҙың конкурсҡа ебәргән видеояҙмаһы – ғаиләнең бар тормошон солғап алған спортҡа гимн ул”, – тиҙәр Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәтендә.
«Ғаилә олимпы» конкурсы «Сәләмәт ғаилә – көслө Рәсәй» Бөтә Рәсәй фестивале сиктәрендә уҙғарыла.
Фестиваль 2024 йылдың февралендә башланды һәм Рәсәйҙә сәләмәт тормош өлгөһөндә янып йәшәгән меңдәрсә ғаиләне берләштерҙе. Фестивалдә ҡатнашыусылар эштәрен “Ғаилә олимпы” ижади конкурсына һәм “Киләсәк өсөн” фотоконкурсына ебәрә.
Быйыл “Ғаилә олимпы” һәм “Киләсәк өсөн” конкурстарына Рәсәйҙең 72 төбәгенән 1600-гә яҡын ғариза килгән. Уларҙа 8 меңгә яҡын ҡатнашыусы – ата-әсәләр һәм балалар – үҙҙәренең спорт ҡаҙаныштары тураһында һөйләй, ғаилә күнекмәләре тураһында тарихтар менән уртаҡлаша һәм спорттың нисек берләштереүен, тормошто яҡтыраҡ итеүен күрһәтә. Финалға 22 төбәктән 57 ғаилә сыҡҡан.