+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
24 Октябрь 2024, 09:39

Өфөлә «Ҡаршылыҡтарҙы емереп» форумы башланды

24–25 октябрҙә Өфөлә Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе хәстәрләү йылының иң ҙур сараһы — «Ҡаршылыҡтарҙы емереп» III Бөтә Рәсәй форумы һәм күргәҙмәһе үтә.  Унда ҡулай мөхит тыуҙырыу өсөн кәрәкле техник саралар һәм реабилитациялау ҡорамалдарын етештереүселәр йыйылған.  Форумға ғәҙәттәгесә Приморье крайынан алып Калининградҡа тиклем бөтә Рәсәйҙән етештереүселәр йыйылған.

Өфөлә «Ҡаршылыҡтарҙы емереп» форумы башландыӨфөлә «Ҡаршылыҡтарҙы емереп» форумы башланды
Өфөлә «Ҡаршылыҡтарҙы емереп» форумы башланды

“Мин был форумды бик мөһим тип һанайым, ярҙамсы форум, локомотив форум, эргәбеҙҙә булған, әммә һаулығы арҡаһында ҡәҙимге уңайлыҡтарҙы ҡуллана алмағандарға ярҙам итәсәк күп яҡшы идеяларҙы туплаусы форум.  Беҙҙең бурыс – мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә ғәҙәти тормошҡа яраҡлашыу өсөн кәрәкле шарттарҙы булдырыу», — тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

“Ҡаршылыҡтарҙы емереп” форумында йәмғиәт өсөн бик мөһим темалар күтәрелә. Инклюзивлыҡ мәсьәләләре буйынса республиканың һәм федераль үҙәктең ресурстары берләшә.

Форум Башҡортостан Хөкүмәте һәм Стратегик башланғыстар агентлығы (АСИ) эгидаһы аҫтында үтә. Сарала АСИ генераль директоры Светлана Чупшева, Рәсәй Хеҙмәт министрлығының инвалидтар эштәре буйынса департаменты директоры Дмитрий Лигомина, РФ сәнәғәт һәм сауҙа министры урынбаҫары-статс секретарь Екатерина Приезжева, «Сәнғәт, фән һәм спорт» хәйриә фондының «Айырым ҡараш» программаһы етәксеһе Владимир Плехов, Рәсәй оборона министры урынбаҫары, «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды рәйесе (Мәскәү) Анна Цивилева һәм башҡа белгестәр ҡатнаша.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: “Ҡаршылыҡтарҙы емереп” бренды Башҡортостанда  2012 йылда уҡ барлыҡҡа килгәйне: “Ҡаршылыҡтарҙы емереп” социаль технологиялар үҙәге етәксеһе Алина Хәбирова башланғысы менән инклюзив балалар ижады фестивалдәре үткәрелә башлағайны. Республика Стратегик башланғыстар агентлығына Өфөлә бөтә илдән реабилитациялау тауарҙары етештереүселәрҙе һәм  ошо тема менән шөғөлләнгән хөкүмәт чиновниктарын, йәмәғәт ойошмаларын һәм коммерцияға ҡарамаған структураларҙы йыйырғатәҡдим иткәйне.

Тәүге форум киң күләмле булып, унда Рәсәйҙең 13 төбәгенән 53 предприятие ҡатнашҡайны. Ә II Бөтә Рәсәй форум-күргәҙмәһе Өфөлә былтыр үтте һәм тәүләп халыҡ-ара кимәлгә сыҡты.

Сығанаҡ

Өфөлә «Ҡаршылыҡтарҙы емереп» форумы башланды
Өфөлә «Ҡаршылыҡтарҙы емереп» форумы башланды
Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас