Пленар ултырышта ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, РФ хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Антон Котяков (онлайн) һәм “Яңы проекттарҙы таратыу буйынса стратегик инициативалар агентлығы”ның генераль директоры Светлана Чупшева сәләмләне.
Рәсәй оборона министры урынбаҫары–статс-секретарь, Рәсәй «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды рәйесе Анна Цивилева (Мәскәү), Рәсәй сәнәғәт һәм сауҙа министры урынбаҫары Екатерина Приезжева, Рәсәй Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығының Инвалидтар эштәре буйынса департаменты директоры Дмитрий Лигомина, "Сәнғәт, фән һәм спорт" хәйриә фондының «Айырым ҡараш» программаһы етәксеһе Владимир Плехов сығыш яһаны.
Артабан Милли инклюзив договорҙарға ҡул ҡуйылды, наградлау тантанаһы булды.
***
Пленар ултырыш башланыр алдынан Радий Хәбиров, Анна Цивилева һәм Светлана Чупшева ирекмәндәрҙең күргәҙмәһен ҡараны. “Башҡортостандың ышаныслы тылы” һәм “Үҙебеҙҙекеләр өсөн тегәбеҙ һәм бәйләйбеҙ. Башҡортостан” тигән ирекмәнлек хәрәкәттәре вәкилдәре үҙҙәре етештергән әйберҙәрҙең өлгөләрен ҡуйған, Стәрлебаш, Ҡырмыҫҡалы, Иглин райондары ирекмәндәре ҡунаҡтарға махсус хәрби операция зонаһындағы яугирҙәребеҙгә ҡулдан килгән тиклем гуманитар ярҙам күрһәтеүҙәре тураһында һөйләне.
Ирекмәндәр МХО яугирҙәренә флис кейем-һалым, кәпәстәр, снудтар, толстовкалар, эске термо кейем, маскхалаттар һәм башҡа нәмәләр тегеп оҙата. Госпиталдәргә үҙҙәре теккән, эшләгән мендәрҙәр, түшәк йәймәләре, дауаланып ятыусыларға эске кейем, ыштан, футболка, пижама-маҙар ебәрәләр.
Ҡунаҡтар һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн техник ҡорамалдар етештереүсе предприятиелар экспозицияларын да ҡараны. 50-нән ашыу предприятие һәм компания реабилитация сараларын, ҡорамалдарын ҡуйған.
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, Рәсәйҙең Инвалидтар спорт союзы президенты Флүр Нурлығаянов быйыл йәй МХО ветерандары командаһының “Янғантау” геопаркында «Туриада — Йүрүҙән-2024» инвалидтарҙың XI Бөтә Рәсәй туризм фестивалендә ҡатнашыуы тураһында һөйләне. Был команда – “Ватан һаҡсылары” фонды филиалы тарафынан ойошторолған тәүге команда. Флүр Нурлығаянов елкәнле катамаранды күрһәтте. Катамаран инвалидтарға тәғәйенләп эшләнгән, уның менән елкәнле регаталар ҙа үткәреп була, ти Нурлығаянов.
Оборона министры урынбаҫары билдәләүенсә, бындай спорт саралары яуҙа йәрәхәт алған МХО ветерандарын ҡәҙимге тормошҡа яраҡлаштырыу өсөн бик мөһим, ә республика тәжрибәһен федераль күләмдә ҡулланырға була.