+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
24 Октябрь 2024, 06:07

Химиянан өҫтәмә белем алырға теләгәндәргә

Башҡортостан сода компанияһы республика мәктәптәре уҡыусылары өсөн  йәкшәмбе химия мәктәбе асты. Химияны тәрән өйрәнеү майҙансығында балалар көндөҙгө форматта ла, ситтән тороп та уҡыясаҡ. Унда Стәрлетамаҡ ҡалаһы ғына түгел, бөтә республика уҡыусылары ҡатнаша ала. Уҡыу программаһы химия  фәненең төрлө тармаҡтарын, шул иҫәптән органик, органик булмаған һәм физик химияны үҙ эсенә аласаҡ.

Химиянан өҫтәмә белем алырға теләгәндәргәХимиянан өҫтәмә белем алырға теләгәндәргә
Химиянан өҫтәмә белем алырға теләгәндәргә

“БСК проектының төп маҡсаты – ватан химия сәнәғәте өсөн квалификациялы кадрҙар әҙерләү, Башҡортостандың һәм предприятиеның киләсәген хәстәрләү. Кадрҙар үҫтереүҙе мәктәптән башлайбыҙ, – ти БСК-ның персоналға идара итеү һәм дөйөм мәсьәләләр буйынса директоры Владимир Ануфриев”.

Йәкшәмбе химия мәктәбендә Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара олимпиадалар еңеүселәрен һәм призерҙарын үҫтергән республиканың иң яҡшы уҡытыусылары белем бирәсәк. Улар менән бергә Башҡортостандың көньяғындағы олимпиада хәрәкәте остаздары берләшмәһенең талантлы йәш ағзалары ла эшләйәсәк. Һуңғыһы шулай уҡ химия уҡытыусылары өсөн махсус квалификация күтәреү курстары үткәрәсәк.

Йәкшәмбе мәктәбе уҡыусылары химия нигеҙҙәрен өйрәнеп кенә ҡалмай, ғилми проекттарҙа, конференцияларҙа, конкурстарҙа ҡатнашасаҡ. Педагогтар иһә куратор вазифаһын да башҡарасаҡ, һәләтле йәштәргә ярҙам итәсәк һәм үҫтерәсәк.

Сығанаҡ

Химиянан өҫтәмә белем алырға теләгәндәргә
Химиянан өҫтәмә белем алырға теләгәндәргә
Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас