Филиал 2023 йылдың 1 июнендә асылды. Бөгөн унда 97 социаль координатор эшләй. Филиал етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина белдереүенсә, асылғандан алып фонд филиалына 28 меңдән ашыу кеше мөрәжәғәт иткән, 68 меңдән ашыу ғариза ҡабул ителгән. Ғаризаларҙың 64 меңгә яҡыны хәл ителгән, 4 меңдән ашыуы эш өҫтөндә.
Фонд бүлексәһенә мөрәжәғәттәр статистикаһынан күренеүенсә, уларҙың 80% самаһы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙан һәм уларҙың ғаилә ағзаларынан килә. Төп һорауҙар: ярҙам сараларын тәғәйенләү; юридик һәм медицина ярҙамы; хәрби хәрәкәттәр ветераны таныҡлығы алыу; махсус хәрби операцияла ҡатнашыу менән бәйле федераль һәм төбәк түләүҙәре.
“Беҙ хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе, бигерәк тә ауыр йәрәхәттәр менән ҡайтҡандарҙы реабилитациялауға айырым иғтибар бирәбеҙ. Мөһим йүнәлеш һәм өҫтәмә ярҙам сараһы булып реабилитациялауҙың юғары технологиялы техник саралары менән тәьмин итеү һәм торлаҡты инвалид ихтыяждарына яраҡлаштырыу тора”, — тине Гөлнур Ҡолһарина.
Анна Цивилева фонд филиалында эшләгән табиптар һәм психологтар менән һөйләште һәм уларға хеҙмәттәре өсөн рәхмәт әйтте.
Ветеран ойошмалары етәкселәре менән аралашҡан саҡта Радий Хәбиров Анна Цивилеваға республикала Махсус хәрби операция ветерандарының төбәк ассоциацияһы ойоштороласағы хаҡында әйтте. Республика башлығы был тәҡдимдең генерал Шайморатов орденын йөрөтөүселәр советының тәүге ултырышында яңғырауын билдәләне. Сара МХО-нан ҡайтҡандарҙы ил һәм республика тормошона йәлеп итеүгә, йәш быуынды тәрбиәләүгә өлөш индерәсәк.
Рәсәй оборона министры урынбаҫары яңы төҙөлгән Ассоциацияның төп партнеры «Ватанды һаҡлаусылар» фонды булырға тейешлеген билдәләне.
2-се Өфө стоматология клиникаһы менән берлектә фонд филиалы “Һалдаттың сәләмәт йылмайыуы” проектын тормошҡа ашыра. МХО-ла ҡатнашыусылар араһында медицина ярҙамының был төрө ҙур һорау менән файҙалана. Бөгөнгә 22 яугир дауаланыу үткән дә инде.
Шулай уҡ Өфөнөң 3-сө балалар стоматология клиникаһы менән килешеү төҙөлгән. Уға ярашлы, “Толпар” күсмә ҡоролмаһы ярҙамында теш табиптары, республика буйлап йөрөп, махсус операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларын тикшерә. Теш табиптары балаларҙың боҙолған тештәрен дауалай һәм башҡа кәрәкле процедураларҙы үткәрә. Әлеге көнгә 150-нән ашыу бала тикшерелгән.
Республика Башлығы МХО ветерандарының “Беҙҙең заман геройҙары” төбәк-ара физкультура һәм спорт сараһы еңеүселәренә генерал Шайморатов миҙалын тапшырҙы. Рәсәйҙең оборона министры урынбаҫары, “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды рәйесе Анна Цивилева хәрби хәрәкәттәр ветераны, беренсе төркөм инвалиды Вадим Емельяновҡа ҡул менән идара ителеүсе “Лада Гранта” автомобиле асҡысын, өс МХО ҡатнашыусыһына хәрби хәрәкәттәр ветераны танытмаһын тапшырҙы.