+24 °С
Дождь
Яңылыҡтар
24 Октября 2024, 10:09

“Селтәр”ҙәр “Ҡаршылыҡтарҙы емереп” форумы күргәҙмәһендә

Бөгөн иртән “Торатау” конгресс-холында “Ҡаршылыҡтарҙы емереп” III Бөтә Рәсәй форумы күргәҙмәһе асылды. Унда “Селтәр” башҡорт халыҡ кейеме халыҡ студияһының хәйриә сауҙаһы эшләй.

“Селтәр”ҙәр “Ҡаршылыҡтарҙы емереп” форумы күргәҙмәһендә“Селтәр”ҙәр “Ҡаршылыҡтарҙы емереп” форумы күргәҙмәһендә
“Селтәр”ҙәр “Ҡаршылыҡтарҙы емереп” форумы күргәҙмәһендә

Күргәҙмәләге сауҙаға студия үҙенең этнографик стилдәге сувенирҙарын, милли баш кейемдәрен (һарауыс, таҡыя, майлайса), сувенир уйынсыҡтарын, туҡылған шәлдәрен, кейеҙ сувенирҙарын, янсыҡтарын, билбауҙарын ҡуйған.

Һатыуҙан алынған аҡса махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙамға тапшырыласаҡ.

Билдәле булыуынса, 2024 йыл Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек йылы тип иғлан ителгәйне.

Күргәҙмә 18 сәғәткә тиклем эшләй. Күргәҙмәгә инеү түләүһеҙ, теләгән берәү барып, күреп, үҙенә кәрәк нәмәләрҙе һатып ала ала.   

Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.

Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас