Комплекс республика Башлығы тәҡдиме менән төҙөлдө.
Светлана Чупшева үҙәктә балалар өсөн тыуҙырылған шарттарҙы бик юғары баһалаған һәм агентлыҡтың төбәк командаһы менән бергә эшләргә ниәтләнеүен белдергән. Стратегик инициативалар агентлығы комплекслы реабилитациялауҙы ойоштороу, мониторинг үткәреү, белгестәр әҙерләү программаһы стандарттарын эшләү йүнәлештәрендә эшкә ҡушыла ала, тигән агентлыҡ етәксеһе.