+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
24 Октябрь 2024, 08:55

Третьяковка Өфөгә килә

Аң-белем даирәһен киңәйтеү өсөн шәп мөмкинлек сығып тора. Өфөгә Рәсәй дәүләт художество музейы – Третьяков галереяһынан сәнғәт шедеврҙарын килтергәндәр. 50-ләгән картинанан торған экспозиция Нестеров исемендәге музейға ҡуйыла.

Третьяковка Өфөгә киләТретьяковка Өфөгә килә
Третьяковка Өфөгә килә

Проект Өфөнөң 450 йыллығына арналған һәм  Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысында ойошторолған.

Картиналар бик һаҡ тотоноуға мохтаж. Контейнерҙар урынға килеп еткәс, музейҙа уларҙы тәүлек буйы, яйлап-яйлап ҡына асалар, сөнки температуралар үҙгәреүе уларға зыян килтереүе ихтимал.

 “Беҙҙең үҙебеҙгә лә быларҙың барыһын төп нөсхәлә күреү ҡыҙыҡ, – ти  Валентина Сорокина, М.В. Нестеров исемендәге музейҙың  картиналарҙы һаҡлау  яуаплы хеҙмәткәре. – Күп эштәрҙе беҙ дәреслектәрҙән беләбеҙ. Ә хәҙер был әҫәрҙәр беҙгә  килеп етте. Ә тамашасылар өсөн нисек шатланабыҙ. Был һирәк осрай торған мөмкинлек беҙҙең музейҙа, бәлки,  биш йылға бер тапҡыр булалыр».

Экспозиция октябрҙең һуңғы көнөндә асылып, декабрь аҙағы етә яҙғансы торасаҡ.

Сығанаҡ

Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас