- БДБ илдәре уйындары еңеүселәре,
- БРИКС илдәренең спорт уйындары еңеүселәре,
- мөмкинлектәре сикләнгән балалар араһында БДБ илдәре Спартакиадаһы еңеүселәре.
Был хаҡта бойороҡҡа Рәсәй премьер-министры Михаил Мишустин ҡул ҡуйған.
Үрҙә һаналған турнирҙарҙың еңеүселәре дәүләт юғары уҡыу йорттарына бюджет урындарына конкурс һынауҙары үтмәйенсә уҡырға инә, шулай уҡ дәүләткә ҡарамаған юғары уҡыу йорттары студенттары ла була аласаҡ. Уларға бакалавр һәм специалитет программалары асыҡ.
Әлегә тиклем юғары уҡыу йорттарына спорт йүнәлештәре буйынса имтиханһыҙ инеү хоҡуғы менән Олимпия уйындары, Паралимпия һәм Һаңғырауҙар уйындары чемпиондары һәм призерҙары, шулай уҡ донъя чемпиондары һәм Европа чемпиондары ғына файҙалана ине.