+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
24 Октябрь 2024, 07:38

Юлдар тик көлдөрһөн генә

Өфөлә “Хәүефһеҙ бала саҡ юлы” тигән КВН зона ярышы үтте. Был ярыш мәктәп уҡыусылары араһында йыл да үткәрелә килә. Юл йөрөү ҡағиҙәләрен нығытыуҙың бер сараһы бит ул. Быйыл уйын Ғаилә йылына ла арналды.

Юлдар тик көлдөрһөн генәЮлдар тик көлдөрһөн генә
Юлдар тик көлдөрһөн генә

23 октябрҙә баш ҡаланың ете районы командалары “Новатор” балалар ижады йортонда осрашты. Өс конкурста көс һынаштылар:

- сәләмләү

- клиптар конкурсы

- “Мөһим нәмәләр тураһында юмор менән” музыкаль өйгә эш.

Балалар тамашала юл йөрөп көлкөлө хәлдәргә тарыны, көлдөрһәләр ҙә, етди эш башҡарҙы: тамашасыларын юлдарҙа һағыраҡ булырға, иғтибарҙы юғалтып, асыҡ ауыҙланып йөрөмәҫкә, ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәргә өндәне.

Уйын йомғаҡтары буйынса еңеүселәр:

1-се урында – Орджоникидзе районы

2-се урында – Калинин районы

3-сө урында –Октябрь районы.

Еңеүсе команда конкурстың республика этабында ҡатнашасаҡ. Ул этап 6–8 ноябрҙә үтәсәк.

Сығанаҡ

Юлдар тик көлдөрһөн генә
Юлдар тик көлдөрһөн генә
Юлдар тик көлдөрһөн генә
Юлдар тик көлдөрһөн генә
Юлдар тик көлдөрһөн генә
Юлдар тик көлдөрһөн генә
Юлдар тик көлдөрһөн генә
Юлдар тик көлдөрһөн генә
Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас