+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
25 Октябрь 2024, 06:27

2025 йыл МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары йылы буласаҡ

“Ватанды һаҡлаусылар” форумының кисә үткән пленар  ултырышы “Мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе реабилитациялау. Яңы мәсьәләләр һәм сиселештәр» тип аталды.  Ултырышта Рәсәй оборона министры урынбаҫары–статс-секретарь, Рәсәй «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды рәйесе Анна Цивилева, РФ Стратегик башланғыстар агентлығының генераль директоры Светлана Чупшева, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.

2025 йыл МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары йылы буласаҡ2025 йыл МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары йылы буласаҡ
2025 йыл МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары йылы буласаҡ

Башҡортостан Башлығы үҙенең сығышында “Ҡаршылыҡтарҙы емереп” форумының төбәк башланғысы булып донъяға килеүен, әммә тематикаһы бөгөн айырыуса көнүҙәк булғанлыҡтан Стратегик инициативалар агентлығы ярҙамында федераль кимәлгә сығыуын билдәләне.

Һаулығы арҡаһында мөмкинлектәре сикле кешеләр тормош-көнкүрешен еңеләйтеүгә мохтаж. Был форумға  нәҡ шул эштәрҙе эшләй торған кешеләр йыйылған. Радий Хәбиров Башҡортостанда 2024 йылдың Мөмкинлектәре сикле кешеләр тураһында хәстәрлек йылы тип иғлан ителеүен телгә алды, хәҙер махсус хәрби операцияла ауыр йәрәхәттәр алып, имгәнеп ҡайтҡан кешеләрҙең дә хәлен ҡайғыртыуҙы бөгөнгө иң мөһим  бурыс тип баһаланы. Шуның өсөн республикала 2025 йылды Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары йылы тип атарға ҡарар ителеүен белдерҙе.

Радий Хәбиров Башҡортостанда күрелгән сараларҙың ҡайһы берҙәре тураһында һөйләне:

– Төрлө реабилитациялау продукцияһы етештереү тармағы беҙҙең ярҙамға мохтаж ине. Бына икенсе йыл инде профилле предприятиеларға етештереү ҡорамалдары һәм материалдар һатып алыуҙы субсидиялауға республика бюджетынан аҡса бүләбеҙ. Был  программа артабан да үҫәсәк. Шул уҡ ваҡытта реабилитация продукцияһы етештереүселәрҙән сифатлы заманса продукция көтәбеҙ, — тине Радий Хәбиров. – “Үҙенсәлекле” балаларҙың ата-әсәләре менән диалог һөҙөмтәһендә Өфөлә “Салют” реабилитация комплексын булдырыу идеяһы тыуҙы, ул үҙ эшен башланы ла инде. Бөгөнгө фекер алышыу барышында мөмкинлектәре сикләнгәндәргә ярҙам итеү сараларын эшләү буйынса яңы тәҡдимдәр индерелеренә иҫәп тотабыҙ.

***

Кисә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Рәсәй оборона министры урынбаҫары–статс-секретарь, Рәсәй «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды рәйесе Анна Цивилева менән эш осрашыуы булды. Көн тәртибендә хәрби хеҙмәткәрҙәргә, уларҙың ғаиләләренә һәм һәләк булғандарҙың туғандарына ярҙам күрһәтеү мәсьәләләре торҙо.

– Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү беҙҙең республика өсөн төп өҫтөнлөк булып тора. Беҙҙең бөтә идара итеү командаһы ошо мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлтелгән, — тине Радий Хәбиров. – Бөгөн һеҙҙең менән бергә йәнә бер гуманитар колонна оҙаттыҡ. Төбәктә был эш бик ойошҡан бара. Луганск Халыҡ Республикаһында логистика келәтебеҙ бар, был беҙгә республика халҡы, йәмәғәт ойошмалары, эре предприятиеларыбыҙ йыйған йөктәрҙе тиҙ арала илтеп урынлаштырыу  мөмкинлеген бирә.

Башҡортостан Башлығы төбәктә ауыр йәрәхәттәр алған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе комплекслы реабилитациялау системаһын үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленеүен билдәләне:

– Беҙҙә Республика һуғыш ветерандары клиник госпитале әүҙем эшләй. Реабилитациялауҙың яңы һәм һөҙөмтәлерәк техник сараларына ихтыяж артасағын аңлап, беҙ уларҙы етештергән предприятиеларға махсус ярҙам программаһы булдырҙыҡ. Йыл һайын ошо маҡсатта бюджетҡа 20 миллион һум аҡса һалабыҙ. Шул уҡ ваҡытта аныҡ шарттар ҡуябыҙ – яңы продукция заманса һәм баҙарҙа конкуренцияға һәләтле булырға тейеш.

Артабан республика Башлығы “Ватанды һаҡлаусылар” фонды төбәк филиалы эшмәкәрлегенең яҡшы ойошторолошо, ҡатмарлы мәсьәләләрҙең айышына төшөнөрлөк көслө юридик төркөмө булыуы, яугирҙәргә һәм уларҙың ғаилә ағзаларына уңайлы булһын өсөн Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Сибайҙа, Нефтекамала үҙәктәр асылыуы, егеттәрҙең МХО-нан ҡайтыуына бик етди әҙерлек барыуы тураһында һөйләне.

Анна Цивилева, республикала бик ҙур эштәр башҡарылыуын билдәләп, ҡалаларҙа үҙәктәр асылыуын уникаль сиселеш тип атаған һәм был тәжрибәнең Рәсәйҙең башҡа субъекттарына ла таратыласағын әйтте.

Анна Цивилева, "Ҡаршылыҡтарҙы емереп" Бөтә Рәсәй форумының юғары кимәлдә ойошторолоуын  һәм әһәмиәтле темалар күтәрелеүен баһалап, мөһим  эштәр башҡарылғаны өсөн республика етәкселегенә рәхмәт белдерҙе.

Был хаҡта БР Башлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

***

Стратегик инициативалар федераль агентлығының генераль директоры Светлана Чупшева форумдың пленар ултырышындағы сығышында инклюзия темаһына ҙур иғтибар бирелгәне өсөн республика  етәкселегенә рәхмәт белдерҙе.  Форумдың Башҡортостанда өсөнсө тапҡыр үткәрелеүен ул республикала был мәсьәләләргә системалы ҡараш булыуы менән бәйләне. Светлана Чупшева “Салют” реабилитациялау-белем биреү комплексы менән һоҡланыуын белдерҙе:

– Был уникаль проект. Бындай форматты Беларусь баш ҡалаһы Минскиҙа ғына күрҙем.  Төрлө ведомстволарҙың ресурстары бер майҙансыҡта берләштерелгән. Был медицина һәм социаль реабилитация, уҡыуҙы ойоштороу, ата-әсәләр менән ҡалыу мөмкинлеген үҙ эсенә ала. Фән менән бәйләнеш булыуы ла бик мөһим – учреждение республиканың коррекция үҙәктәре өсөн генә түгел, башҡа төбәктәр өсөн дә методик үҙәк булыу бурысын ҡуйған. Әлбиттә, беҙҙе Башҡортостан командаһы менән берлектә комплекслы реабилитациялау һәм белгестәр әҙерләү алымдарын эшләү ҡыҙыҡһындыра, – ти АСИ етәксеһе.

Сығанаҡ: Башинформ.

2025 йыл МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары йылы буласаҡ
2025 йыл МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары йылы буласаҡ
2025 йыл МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары йылы буласаҡ
2025 йыл МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары йылы буласаҡ
Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас