“Күҙгә күренмәгән спектаклдәр” – Екатерина Негруца һәм Ксения Дмитриеваның авторлыҡ проекты. Ул тамашасыларҙы күҙаллау һәм тойғо тәрәнлегенә сумдыра. Күҙгә күренмәгән спектаклдәр күренешһеҙ һөйләй, тамашасыға тойоу һәм һиҙеү киңлеген аса – ғәҙәти театрҙы 6D форматында кәүҙәләндерә. Донъяла аналогы булмаған үҙенсәлекле проект быйыл яҙ Диана Гурцкая исемендәге Социаль интеграция үҙәгендә барлыҡҡа килде һәм шунда уҡ тамашасы һөйөүен яуланы.
"Күҙгә күренмәгән спектаклдәр" проектына Владимир Железниковтың "Ҡарасҡы" тигән легендар хикәйәһен алыу осраҡлы түгел. Бар донъяға ҡаршы яңғыҙы ҡалған үҫмер ҡыҙҙың тарихы ололарҙы ла, балаларҙы ла битараф ҡалдырмай.
“Тамашасы” спектакль геройҙары менән бергә оло сәйәхәткә сыға, был сәйәхәт барышында уның күҙаллау ҡеүәте арта, еҫтәр, тауыштар менән тула, ә хикәйә күңелгә ҡағылырлыҡ ысынбарлыҡҡа әйләнә. Күҙгә күренмәгән тамашаға декорациялар, матур костюмдар кәрәкмәй, уға тамашасылар ғына кәрәк. Үҙҙәренең күҙаллау көсөн ҡулланып, үҙ декорацияларын, костюмдарын тыуҙырған тамашасылар геройҙарҙың ҡылыҡтарын аҡлай йәки хөкөм итә, хикәйәләүҙең бер өлөшөнә әйләнә.
Сарала «Сәнғәт, фән һәм спорт» хәйриә фондының «Айырым ҡараш» программаһы етәксеһе Владимир Плехов ҡатнашты.
Һүрәттәрҙә: спектаклдән күренеш; спектаклдә уйнаған артистар төркөмө; аҡыллы эт тамашаға килгән.