+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
28 Октябрь 2024, 07:39

Герой партаһында ултырыу – ҙур мәртәбә

Башҡортостан мәктәптәренең иң өлгөлө уҡыусылары Ҡаһармандар партаһына ултырыу хоҡуғын ала.

Герой партаһында ултырыу – ҙур мәртәбәГерой партаһында ултырыу – ҙур мәртәбә
Герой партаһында ултырыу – ҙур мәртәбә

Был федераль проект 2019 йылда эшләй башлай. Шунан бирле Башҡортостандың төрлө ҡала һәм ауылдарындағы 896 мәктәптә ошондай парталар ҡуйылған. 492 парта – махсус хәрби операция батырҙарына, башҡалары Бөйөк Ватан һуғышы, локаль һуғыштар геройҙары иҫтәлегенә бағышланған.

«Проекттың асылы – партаға геройҙың биографияһын, уның батырлығы тураһындағы яҙманы, фотоларын, наградаларының һүрәттәрен урынлаштырыу. Ошондай парта артында ултырып, балалар Ватан тарихын тәрәнерәк өйрәнә. Мәктәп уҡыусыларына патриотик тәрбиә биреүҙә бик мөһим был. Бына шулай итеп беҙ балаларҙа Рәсәйҙең героик үткәненә һәм унан да кәм булмаған героик бөгөнгөһөнә хөрмәт уятабыҙ, – тип яҙа үҙенең блогында Радий Хәбиров. — Ошондай парта артында ултырыу – ҙур мәртәбә. Был хоҡуҡ уҡыуҙа, спортта, ижадта, йәмәғәт эштәрендә  уңышҡа өлгәшкәндәргә генә бирелә».

Сығанаҡ    

Герой партаһында ултырыу – ҙур мәртәбә
Герой партаһында ултырыу – ҙур мәртәбә
Герой партаһында ултырыу – ҙур мәртәбә
Герой партаһында ултырыу – ҙур мәртәбә
Герой партаһында ултырыу – ҙур мәртәбә
Герой партаһында ултырыу – ҙур мәртәбә
Герой партаһында ултырыу – ҙур мәртәбә
Герой партаһында ултырыу – ҙур мәртәбә
Герой партаһында ултырыу – ҙур мәртәбә
Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас