-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Октябрь 2024, 22:16

Күп балалы ғаиләләр өсөн транспорт льготаһын рәсмиләштереү тәртибе үҙгәртелде

28 октябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған оператив кәңәшмәлә күп балалы ғаиләләрҙәге балалар өсөн транспорт льготаһын электрон форматта рәсмиләштереү мәсьәләһе тикшерелде.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: өс һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән күп балалы ғаиләләрҙән уҡыусылар республиканың ҡала йәмәғәт транспортында бушлай йөрөй ала. Льгота менән файҙаланыу өсөн ғариза тапшырырға кәрәк, әммә ҡайһы бер механизмдар халыҡ өсөн бик уңайлы түгел ине.

2024 йылдың 23 сентябрендә уҙған оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, республика халҡы кәрәкле белешмәләрҙе электрон форматта тапшыра алһын өсөн, бушлай йөрөү хоҡуғын алыу тәртибен ябайлаштырырға ҡушты. Төбәктең Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы башҡа ведомстволар менән берлектә был йүнәлештә тейешле эш башҡарҙы.

– Бындай ғаиләлә тәрбиәләнгән баланың ата-әсәһе Республика халҡына социаль ярҙам үҙәге филиалдары йәки күп функциялы үҙәк офистары аша документтарҙың тейешле исемлеген шәхсән үҙе тапшыра ала. Был хеҙмәт менән дәүләт хеҙмәттәренең төбәк порталы ярҙамында электрон форматта ла файҙаланырға мөмкин, тип хәбәр итте Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Любовь Минакова.

Транспорт льготаһын онлайн һәм оффлайн рәүештә рәсмиләштерергә мөмкин. Бының өсөн, ғариза тапшырылғандан һуң, 10 көн талап ителә. Башҡортостанда ярҙам сараһы менән 15,1 меңдән ашыу бала файҙаланған да инде.

https://glavarb.ru/bash/press_serv/novosti/184784.html 

Автор:
Читайте нас