+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
28 Октябрь 2024, 06:25

Әсәһенең аҡсаһын уғрыларға оҙатҡан

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, бәлиғ булмаған бала бер  мессенджерҙа ниндәйҙер бер ҡыҙ менән бәйләнешкә ингән, тегеһе уға популяр уйында бонустар алып бирешергә вәғәҙә иткән.

Әсәһенең аҡсаһын уғрыларға оҙатҡанӘсәһенең аҡсаһын уғрыларға оҙатҡан
Әсәһенең аҡсаһын уғрыларға оҙатҡан

“Ярҙамсы” баланан атаһының йә әсәһенең телефон экранын фотоға төшөрөп ебәрергә ҡушҡан.  Ҡыҙ әсәһенең телефонын һорай, әсәһе шикһеҙ-ниһеҙ ҡыҙына телефонын тоттора. Һәр операциянан һуң уғрылар  ҡыҙҙан экрандың фотоһын ебәреүен һорай һәм артабан ни эшләргә икәнен аңлата.

Шулай итеп, улар тәүҙә картаның балансын белә. Шунан банктың мобиль ҡушымтаһына инеү серһүҙен үҙгәртергә ҡуша. Бала, уйында вәғәҙә ителгән бонустарҙы алам икән тип, билдәһеҙ иҫәпкә 7-шәр мең һумдан  9 тапҡыр аҡса күсерә.

Әсәһе телефонын алып киткәс,  ҡыҙ  уғрыларға башҡаса аҡса күсерә алмауын әйтә. Ә тегеләр ҡыҙыҡайҙы ҡурҡытырға тотона, йәнәһе,  әсәһен ғәйепләп, полицияға ғариза бирәсәктәр, унан 500 мең һум штраф түләтәсәктәр.

Ҡыҙы ниндәй бәләләргә уралғанын әсәһе икенсе көндө белеп ҡала һәм дежур бүлеккә мөрәжәғәт итә. Мутлашыу буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла.

Уғрыларҙың ҡапҡанына эләкмәҫ өсөн интернет хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәү кәрәк:

социаль селтәрҙәрҙә сит кешеләрҙе дуҫлыҡҡа өҫтәмәгеҙ, ситтәр менән хатлашмағыҙ;

шәхси мәғлүмәттәрҙе бер кемгә лә асмағыҙ;

шикле сайттарҙан программалар күсермәгеҙ;

шикле һылтанмаларға баҫмағыҙ;

онлайнда бер нәмә лә түләмәгеҙ;

һәр шикле нәмә тураһында ата-әсәгеҙгә, өлкәндәргә әйтегеҙ.

Сығанаҡ

Әсәһенең аҡсаһын уғрыларға оҙатҡан
Әсәһенең аҡсаһын уғрыларға оҙатҡан
Әсәһенең аҡсаһын уғрыларға оҙатҡан
Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас