-6 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Октябрь , 18:17

Төрлө телдәрҙә аралашалар

Өфөнөң "Аҡсарлаҡ" балалар лагерында "Етегән" тип исемләнгән полилингваль слет башланды. Проект Республика Башлығы грантына Башҡортостандың дәүләт һәм халыҡтар телдәрен һаҡлау, үҫтереү программаһын тормошҡа ашырыу маҡсатында өсөнсө тапҡыр үтә. Быйыл сара республиканың 9 полилингваль мәктәбе һәм 2 полилингваль кабинеты ҡатнашлығында ойошторолған.

Төрлө телдәрҙә аралашалар
Төрлө телдәрҙә аралашалар

Слет ҡатнашыусыларын Өфөнөң Дим биҫтәһенән "Сапсан" халыҡ бейеүҙәре ансамбле сәләмләне. 2-се "Смарт" полилингваль гимназияһында ойошторолған ижади коллектив, ғөмүмән, баш ҡаланың бер мәҙәни сараһынан да ситтә ҡалмай. Бөгөнгөһө айырыуса мөһим. Сығыш яһаусыларҙы республика район-ҡалаларынан 9 полилингваль мәктәп һәм 2 полилингваль кабинетында белем алыусылар алҡышланы.

Балалар өсөн көн һайын төрлө телдәге саралар ойошторола. Мәҫәлән, бер көндә программа тик башҡорт телендә генә барһа, икенсе көн инглиз теленә арнала. Шулай уҡ билдәле шәхестәр менән осрашыуҙар үткәреү ҡаралған.

Ойоштороусылар фекеренсә, слет уҡыусыларға онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар бирә. Бер яҡтан, йыл дауамында алған белемдәр камиллаштырыла, икенсенән, тиҫтерҙәр аралаша, яңы дуҫтар таба. Слеттың тәүге көнөндә уҡыусылар мәғариф һәм фән министры вазифаһын башҡарыусы менән осрашты.

Төрлө телдәрҙә аралашалар
Төрлө телдәрҙә аралашалар
Төрлө телдәрҙә аралашалар
Төрлө телдәрҙә аралашалар
Төрлө телдәрҙә аралашалар
Төрлө телдәрҙә аралашалар
Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас: