+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
28 Октябрь 2024, 05:32

Тыуған яҡты хәтерләтте “Питер сәләме”

26 октябрҙә Санкт-Петербургта үткән «Питер сәләме»нә ҡаланың юғары уҡыу йорттары студенттары йыйылды. Сара уларға тыуған ерҙән алыҫта йәшәүсе яҡташтар менән танышыу, бәйләнештәрҙе нығытыу, туған телдә һөйләшеү мөмкинлеген бирҙе.

Тыуған яҡты хәтерләтте “Питер сәләме”Тыуған яҡты хәтерләтте “Питер сәләме”
Тыуған яҡты хәтерләтте “Питер сәләме”

Йыйылыусыларҙы Санкт-Петербург башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Гөлназ Ибраһимова, Башҡортостандың РФ Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Илшат Рәхмәтуллин, Мәскәү һәм Санкт-Петербург студенттары ассоциацияһы илсеһе Сабина Миңләхмәтова сәләмләне.
Бында ҡурайҙа уйнанылар, бейештеләр, башҡорт ҡатын-ҡыҙы селтәрен эшләргә өйрәнделәр, милли һыйҙар менән сәй эстеләр.
“Питер сәләме” БР-ҙың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге, Санкт-Петербург һәм Ленинград өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы һәм урындағы эшҡыуарҙар ярҙамында үткәрелде.

Мәғлүмәт һәм фотолар: Башҡортостан студенттары һәм аспиранттар ассоциацияһының матбуғат хеҙмәте.

Тыуған яҡты хәтерләтте “Питер сәләме”
Тыуған яҡты хәтерләтте “Питер сәләме”
Тыуған яҡты хәтерләтте “Питер сәләме”
Тыуған яҡты хәтерләтте “Питер сәләме”
Тыуған яҡты хәтерләтте “Питер сәләме”
Тыуған яҡты хәтерләтте “Питер сәләме”
Тыуған яҡты хәтерләтте “Питер сәләме”
Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас