+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
28 Октябрь 2024, 06:01

Янғын һүндереүсенең өйөндә ут сыға

2021 йылдың йәйге бер төнөндә Дүртөйлө районының 18-се янғындан ҡотҡарыу отряды автомобиле шоферы Рәнис Фазлиәхмәтов дежурҙа була. Шул саҡ Миңеште ауылының Пионерҙар урамындағы бер йортто йәшен атҡан, ул янып киткән тигән хәбәр килә. Янған йорттоң адресын ишетеп, Рәнис Рәшит улының ҡото оса: үҙ өйө лә баһа!

Янғын һүндереүсенең өйөндә ут сығаЯнғын һүндереүсенең өйөндә ут сыға
Янғын һүндереүсенең өйөндә ут сыға

Янғынға килеп етһәләр, ихаталағы ҡаралты һәм бүрәнә өй  дөрләп янғанына шаһит булалар. Бәхеткә күрә, көслө күк күкреү арҡаһында ғаиләлә бер кем дә йоҡлай алмай ята. Йәшендән янғын сыҡҡас, ҡатыны балаларын алып, урамға йүгереп сыға. Береһе лә зыян күрмәгән. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йорт менән эсендәге  бар монаят янып бөтә.

Ул тынғыһыҙ төндән һуң бер нисә йыл үтте, барыһы ла артта ҡалған. Фазлиәхмәтов хеҙмәттәштәре, яҡташтары һәм туғандары ярҙамында яңы йорт һалып сыҡҡан.

Рәнис Фазлиәхмәтов янғын һүндереү хеҙмәтендә 24 йыл эшләй. Тормош иптәше Гөлнара менән өйләнешкәндәренә 30 йыл. Өс ҡыҙға, ике улға ғүмер бүләк иткәндәр. Ғаилә “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнгән һәм “Атай ҡаһарманлығы” йәмәғәт наградаһы дипломы менән билдәләнгән.

Был хаҡта Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә һөйләнеләр.

Фото: Рәсәй МЧС-ының БР буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәте.

Сығанаҡ

Янғын һүндереүсенең өйөндә ут сыға
Янғын һүндереүсенең өйөндә ут сыға
Янғын һүндереүсенең өйөндә ут сыға
Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас