Байрам ҡунаҡтарын Башҡортостан эстрадаһы йондоҙҙары, аниматорҙар ҡатнашлығында сағыу Яңы йыл шоуы, ойоштороусыларҙан лотерея һәм бүләктәр көтә, ә ҡатнашыусыларға дизайнлы таждар, партнерҙарҙан бүләк сертификаттары һәм приздар биреләсәк.
Үҫмер һәм өлкән йәш категорияларында еңеүселәргә 100 һәм 50 мең һумлыҡ сертификаттар тапшырыласаҡ. Гран-при яулаусылар Яңы йыл каникулында Мәскәүҙә үтәсәк «Рәсәйҙең милли Ҡарһылыуы һәм Ҡыш бабайы» Бөтә Рәсәй конкурсының финалында ҡатнашыуға юллама ала. Мәскәүҙәге конкурсты Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы, Рәсәй халыҡтарының дуҫлыҡ йорто һәм Росмолодеж.Карьера үткәрә.
«Ҡарһылыуҡай» Бөтә Рәсәй башҡорт Ҡарһылыуҙары конкурсы 2021 йылдан бирле уҙғарыла. Ул Башҡортостандың һәләтле балаларына һәм йәштәренә ярҙам итеүгә, традицион ғаилә ҡиммәттәрен пропагандалауға йүнәлтелгән.