Социаль күҙлектән социализм – иң ғәҙел ҡоролош. Совет иленең социализм төҙөү тәжрибәһе шуны иҫбатланы. Беҙ, өлкән йәштәгеләр, быны аңланыҡ, сағыштырыу мөмкинлегебеҙ ҙә бар. Совет осорона ҡаршы ниндәй генә өгөт-нәсихәт алып бармаһындар, үҙебеҙ күргәндәрҙе, башыбыҙҙан үткәндәрҙе беҙ үҙебеҙ генә баһалай алабыҙ.
Совет иле йәштәрен берләштергән, тәрбиәләгән, рухландырған комсомол аша 200 миллион самаһы кеше үткән.
Мин дә комсомол булдым. ВЛКСМ сафына инер өсөн 14 йәшең тулырға, Уставты, ойошма тарихын яҡшы белергә кәрәк ине – комиссия ағзалары төрлө һорау бирә бит. Иң ҡатмарлы имтиханға оҡшаш һынауҙы үтеп бөткәс, комсомолдың тыуған көнөндә синыфыбыҙҙың ойошмаға ҡабул ителгән уҡыусыларын теҙеп ҡуйып, күкрәгебеҙгә комсомол значогы ҡаҙанылар, комсомол билеттары тапшырҙылар.
Комсомолда хеҙмәт сынығыуы үттек, рух һәм әхлаҡ тәрбиәһе алдыҡ, яуаплылыҡҡа, эшһөйәрлеккә, намыҫҡа, ғәҙеллеккә, ил мәнфәғәттәрен алға ҡуйыуға өйрәндек. Кеше кешегә дуҫ, иптәш һәм туған тип йәшәнек.
Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында комсомол йәштәр һуш китмәле батырлыҡтары менән таң ҡалдырған, Еңеүҙе яҡынайтҡан. Комсомолдар сиҙәм күтәрҙе, БАМ төҙөнө, йыһанға осто, биш йыллыҡтарҙы үтәүҙә ең һыҙғанып эшләне. Комсомол йәмғиәт өсөн бик файҙалы һәм кәрәкле ойошма булыуын иҫбатланы. Шундай йәшлеген кем онотһон инде? Комсомолдар һәр ваҡыт күңеле менән йәшлектә ҡала, йәш булып ҡала. Байрамыбыҙ ҡотло булһын, ҡәҙерле комсомолдар!
Ә. Аҡбутина.