6 ноябрҙә – Һатҡы, 8 ноябрҙә – Мейәс, 11 ноябрҙә – Силәбе, 13 ноябрҙә Магнит ҡалалары халҡы Илдар Әмир улы ойошторған фестивалде күрәсәк.
16 ноябрҙә фестиваль Ырымбурҙа дауам итәсәк, 17 ноябрҙә йырсының атаһы Әмир Абдразаҡовтың тыуған яғын – Ырымбур өлкәһе Александровка районын гөрләтәсәк. Әмир Ғәбделмән улы ошо райондың Ҡәйепҡол ауылында тыуған, быйыл уға 90 йәш тулған булыр ине. Илдар Әмир улының район үҙәгендәге концерты атаһының иҫтәлегенә бағышланасаҡ.
Фестивалдең һуңында 20 ноябрҙә Өфөлә “Башҡортостан” концерт залында ҙур концерт була.
Фестивалдә балалар өсөн программалар ҙа ҡаралған. 10 ноябрҙә Силәбенең балалар филармонияһында Илдар Абдразаҡовтың оҫталыҡ дәресе үтәсәк, мәшһүр йырсы үҙенең сәнғәт серҙәре менән уртаҡлашасаҡ.
Сығанаҡ: Башинформ.