“2025 йылда беҙгә тағы ла 2-3 мең урын өҫтәргә кәрәк. Беҙ кешеләрҙе уҡытасаҡбыҙ, бының иҡтисади һөҙөмтәһе һәр төрлө сығымдарҙы 100 тапҡырға арттырып ҡаплаясаҡ, юғиһә эшсе көстәр етешмәүҙән торғонлоҡта ҡаласаҡбыҙ. Әле һуғыш осоро иҡтисады, уға яңы кешеләр кәрәк...
...Илдең етештереү ҡеүәте яҡынса 80 процентҡа эшләтелә, быға тиклем бындай хәлдең булғаны юҡ ине. Ә белгестәр етмәй”, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Хәбиров.
Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры вазифаһын башҡарыусы Илдар Мәүлетбирҙин әйтеүенсә, республиканың эре предприятиеларының һәм тәү сиратта хәрби-сәнәғәт комплексы предприятиеларының кадрҙарға ихтыяжын иҫәпкә алып, 2024 йылда машиналар эшләү тармағында урындар 175-кә арттырылған. Колледждар шулай уҡ түләүле нигеҙҙә инженерлыҡ тармағындағы һөнәрҙәр һәм белгеслектәр буйынса урындарҙы 500-гә арттырған.