Өфө хакимиәтенең мәғариф бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, Ҙур этнографик диктант — Рәсәйҙә йәшәгән халыҡтарҙың тарихы, мәҙәниәте, йолалары менән таныштырыусы, шулай уҡ этномәҙәни грамоталылыҡтың дөйөм кимәлен баһалау мөмкинлеген биргән ағартыу проекты.
Теләгән һәр кем үҙ белемен тикшерә ала; бының өсөн miretno.ru рәсми сайтына инеп, “Диктант үтергә” төймәһенә баҫырға кәрәк.
16 йәшкә тиклемге балалар өсөн 20 федераль һорау бар.
16 йәште үткәндәр һәм өлкәндәр өсөн 30 һорау әҙерләнгән: 20-һе дөйөм, 10-ы һәр төбәктең үҙенә тәғәйенләнгән.
Диктантта иң күбе 100 балл йыйып була. Биремдәрҙе үтәүгә 45 минут ваҡыт бирелә.
Электрон диктантты яҙып бөткәс тә һөҙөмтәне күрһәткән сертификатты ҡарап буласаҡ.
Акция Милли берҙәмлек көнөнә тап килтерелгән. Ул Милли эштәр буйынса федераль агентлыҡ башланғысы менән, Башҡортостан Халыҡтар дуҫлығы йорто һәм Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығы ярҙамында ойошторолған.