Башҡорт телен яҡшы белгән, үҙ телендә фекерләгән, яҙыуға барымы булған, журналистика һәм блогерлыҡ менән ҡыҙыҡһынған балалар «Мин -йәш Шәһитсе» медиамәктәбенә йыйылды. Был проект «Аҡбуҙат» балалар журналы тарафынан Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла. Республикабыҙҙың төрлө район-ҡалаларынан йыйылған һәләтле балалар көҙгө каникул дауамында яҙырға, башҡортса матур итеп фекерләргә өйрәнә, билдәле журналистар, фотокорреспонденттар менән осраша, баш ҡалабыҙҙың тарихи урындарына сәйәхәт итә. Ғөмүмән, ялдары файҙалы һәм күңелле үтәсәк.
"Аманат" журналының баш мөхәррир урынбаҫары Рәзил Бикбулатов һәр бер йәш Шәһитсегә журнал һәм бүләктәр бирҙе.