Нурия Насибулла ҡыҙы Абдуллина 1957 йылдың 15 мартында Әлшәй районы Баязит ауылында тыуған. 1973 йылда Өфө ҡалаһының 1-се интернат-мәктәбен тамамлай. Артабан Өфө ҡалаһындағы музыка-педагогия училищеһында урта махсус һөнәри белем ала. Хеҙмәт эшмәкәрлеген Ейәнсура районында башлай.
1994 йылдан Башҡортостан уҡытыусыларҙың белемен камиллаштырыу институтында музыка кабинеты методисы булып эшләй. 1996 йылда "Башҡортостан" телерадиокомпанияһына ҡабул ителә. Радиола бик күп уңышлы проекттар алып бара.
Нурия Абдуллина йырсы, үҙешмәкәр композитор булараҡ та танылыу яулай, башҡорт халыҡ йырҙарын башҡара. Ул ижад иткән йырҙар бик күп сәнғәт һөйөүселәрҙең күңелен яулаған. "Яңғыҙҙарҙы кемдәр яратыр?", "Иҫән йөрөгөҙ, балам", "Ризыҡтарың өҙөлмәгән" йырҙары эфир тулҡындарынан һәм йырсыларҙың репертуарынан төшмәй.
Бәхил бул, Нурия апай! Һин беҙҙең йөрәктә мәңге ҡалырһың.
Нурия Нәсибулла ҡыҙының яҡындарының һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.