-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
31 Октябрь 2024, 13:50

Полилингв балалар “Етегән” слетында

Каникул мәлендә Өфөнөң “Аҡсарлаҡ” лагерында “ЕТЕГӘН” полилингваль слеты үтә. Унда республика полилингваль мәктәптәренән 120 бала ял итә. Был балалар белеме буйынса төрлө олимпиадаларҙа, конкурстарҙа еңеүсе булған. Слетты Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығы менән “СМАРТ” (Аҡыллы) балалар үҫеше үҙәге ойошторған.

Полилингв балалар “Етегән” слетында
Полилингв балалар “Етегән” слетында

Слетта һәр көндөң темаһы бар, улар төрлө телдәргә арнала, төрлө осрашыуҙар,  күңелле саралар уҙа.

Мәҫәлән, Башҡорт теле көнөнөң иртәһе  "Беҙ бергә!" музыкаль флешмобы менән башланып киткән. “Телһөйәр” турнирында ярышҡандар, башҡорт әҙәбиәтен, телен, тарихын, мәҙәниәтен нисек белеүҙәрен күрһәткәндәр. Һабантуй бик шәп үткән.

 "Мин трендта!" территория контенты ойошторолған. Территорияла өс оҫталыҡ дәресе эшләгән. "Мин - видеомейкер" контенты спикеры Нәфисә Мостафина, "Тылсымлы фото" спикеры Линур Ҡыямов, "Миллионлыҡ блогер" спикеры Наил Юлгилдин балалар менән бергә тренд серҙәрен барлаған, фото-видео монтажға өйрәнгән.

"Мираҫ" йыр һәм бейеү ансамбле солисы, халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй конкурсы лауреаты, республика конкурстары еңеүсеһе, ҡурайсы Юлай Ҡасимов балалар менән “Уңышҡа юл” тигән әңгәмә үткәргән.

Инглиз теле көнөндә билдәле Джеффри Уильям улы Монсон менән осрашҡандар. Нигериянан килеп, Өфө фән һәм технология университетында уҡып йөрөгән  студент Тимоти балалар менән күптәнге дуҫ кеүек аралашҡан. Балалар был осрашыуҙарҙа инглиз телен яҡшы белеүҙәрен күрһәткән.

Слет дауам итә. Бөгөнгө осрашыуға ҡулы менән генә тауҙарҙы буйһондороусы донъя рекордсыһы, блогер, паралимпиец Рөстәм Нәбиев килгән. Ул уҡыусыларға тормош юлын һөйләгән, бер ҡасан да ауырлыҡтарҙан ҡурҡмаҫҡа, уларҙы тормош тәжрибәһе бирә торған мөһим һынау тип кенә иҫәпләргә кәңәш иткән.

Кис күңелле дискотека булған. Егеттәр, ҡыҙҙар “Ҡара күҙҙәр”гә ныҡ баҫып бейей.

Сығанаҡ

Полилингв балалар “Етегән” слетында
Полилингв балалар “Етегән” слетында
Автор: Миляуша Камалова
Читайте нас