-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
31 Октябрь 2024, 11:11

Уҡыусылар 1600-ҙән ашыу һөнәр менән танышасаҡ

Рәсәйҙә «Һөнәр һынау-2024» башланды. «Киләсәккә билет» Бөтә Рәсәй профориентация проектының өҫтөнлөклө өлөшө ул. Йыл аҙағына тиклем мәктәп уҡыусыларына һөнәрҙәр менән танышып ҡына ҡалмай, уларҙы үҙҙәренә самалап ҡарарға, эш мөхитенә сумырға тура киләсәк. Бәлки, был сара уларға буласаҡ  һөнәрен табырға ярҙам итер.

Уҡыусылар 1600-ҙән ашыу һөнәр менән танышасаҡ
Уҡыусылар 1600-ҙән ашыу һөнәр менән танышасаҡ

Һөнәр һынау Башҡортостан мәктәптәрендә лә үтә. Мәҫәлән, Физика, математика, цифрлы һәм нанотехнологиялар институтында Шишмә районы Дурасов ауылы мәктәбенең 9-сы синыф уҡыусылары программист һөнәре менән танышты. Дәресте программалау һәм иҫәп-хисап математикаһы кафедраһы доценты Альбина Нафиҡова алып барҙы. Уҡыусылар Varwin платформаһында VR ҡушымталарын эшләү технологияһы менән танышты, объекттарҙы урынлаштырырға һәм проект логикаһын тормошҡа ашырырға өйрәнде. Шулай уҡ был көндө институтта  “наноинженер” һөнәрен һынау үтте. Уның менән Аҡмулла исемендәге университеттың өлкән ғилми хеҙмәткәре Азат Ғәлиев таныштырҙы.

Ә Яңауыл уҡыусылары  Нефтекама нефть колледжының уҡыу полигонында нефть һәм газ сығарыу технологиялары менән танышты. Колледждың уҡытыусы-остаздары Марина Шестернева һәм Анна Никитина балаларға автоматлаштырылған төркөм үлсәм алыу ҡоролмаһының нисек хеҙмәтләндерелеүен  аңлатты.

Истәк ауылы уҡыусылары “Киләсәккә билет” проекты сиктәрендә рогаликтар  эшләү буйынса оҫталыҡ дәресендә ҡатнашты. Борай  ауылының етенсе синыф  уҡыусылары Бөрө күп тармаҡлы һөнәри колледжында булып, штукатур-маляр, парикмахер һөнәрҙәре менән танышты.

Сығанаҡ

Автор: Миляуша Камалова
Читайте нас