+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
1 Ноябрь 2024, 05:20

Байрам йәрминкәләре башлана

Тағы бер байрам яҡынлай – рәсәйҙәр 4 ноябрҙә Милли берҙәмлек көнөн билдәләй. Башҡортостан ауыл-ҡалалары ла байрам алды кәйефе менән йәшәй. 1, 2, 3 ноябрҙә 46 ҡалала һәм райондағы 68 нөктәлә байрам йәрминкәләре үтәсәк.

Байрам йәрминкәләре башланаБайрам йәрминкәләре башлана
Байрам йәрминкәләре башлана

Өфөлә йәрминкәләр 2, 3 һәм 4 ноябрҙә эшләй.  Уңыш һәм ризыҡ байрамында  ҡала халҡының аҙыҡ-түлек һәм йәшелсәне туранан-тура Башҡортостан етештереүселәренән  һатып алыу мөмкинлеге бар.

Шәмбе көндө Интернациональ һәм Машина эшләүселәр урамдары сатында һәм Спорт һарайы алдында сауҙа ойошторола. Йәкшәмбе Хәҡиҡәт, Эшсе хәбәрселәр урамдарында, «Тулҡын» паркы эргәһендә, дүшәмбе көнө Эшсе хәбәрселәр урамында ике урында йәрминкә була.

Йәрминкәләр ғәҙәттәгесә  иртәнге 9-ҙан киске сәғәт 4-кә тиклем эшләй.

Сығанаҡ

 

Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас