“Өләсәйҙәр мәктәбе” ағзалары булған Зөләйха Рыҫҡолова, Ғәбиҙә Вәлиева һәм Сәбилә Хәбибуллинаның оҫталыҡ дәрестәрен ҡарарға килеүселәр ҙә байтаҡ булды. Бигерәк тә балаларҙың ҡыҙыҡһыныу күрһәтеүе шатландырҙы.
Зөләйха өләсәй туҡыу станогы килтергән, ул буй-буй ҡырҡылған туҡыманан балаҫ һуғырға өйрәтте. Ғәбиҙә өләсәйҙең тамбур менән сигергә өйрәтеүен, Сәбилә өләсәйҙең башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының күлдәген биҙәп торған селтәрҙе эшләп күрһәтеүен дәрескә килгәндәр бик мауығып күҙәтте. Хәйер, ситтән күҙәтеп кенә торманы, үҙҙәре тотоп та эшләп ҡараны.
Тынғыһыҙ өләсәйҙәрҙең ошондай сараларға йөрөп, йәштәрҙе, балаларҙы үҙ һөнәрҙәренә ылыҡтырырға тырышып тороуы бигерәк һоҡландыра.
Музейҙа үткән сәнғәт төнөнән фотолар - Өләсәйҙәр мәктәбенең ватсап төркөмөнән һәм 112-се Башкавдивизия музейының ВК сәхифәһенән.