-4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Ноябрь 2024, 08:30

Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән!

Халыҡтар берҙәмлеге көнө – төрлө милләттәр берләшеүе,  бер үк тарих, бер үк ер, бер үк Ватан кешеләре булыуыбыҙҙы тойоу һәм ғорурланыу, үҙ-ара аңлашыусанлыҡ, шәфҡәтлелек, миһырбанлыҡ кеүек төшөнсәләрҙе бойомға ашырыу өсөн тағы ла бер сәбәп ул.

Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән!
Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән!
Ер йөҙөндә төрлө халыҡ
Дуҫ булһын, берҙәм булһын!
Һәр кешенең йөрәгенә
Изгелек нуры ҡунһын!
Халыҡтар берҙәмлеге көнө Рәсәйҙә 2004 йылдан алып уҙғарыла. Уның тарихы 17-се быуат баштарына барып тоташа. 1612 йылдың 4 ноябрендә Кузьма Минин менән Дмитрий Пожарский халыҡты поляк баҫҡынсыларына ҡаршы күтәрә һәм Мәскәүҙе азат итә. Йәғни был дата беҙҙә һәр кемдең диненә, йәмғиәттә тотҡан урынына, матди хәленә ҡарамай, дошманға ҡаршы тупланыуҙы, берләшеүҙе сағылдыра.
Берҙәмлек - ул кешелектең ҡеүәтлелеге, ҙур көс. Берҙәмлек һәр саҡ беҙҙең күңелдәрҙә булһын. Халыҡ-ара берҙәмлек көнө менән!
Автор: Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас