Йыл һайын 5 ноябрҙә иҫке фотоларҙы ҡарау көнө кеүек файҙалы һәм мауыҡтырғыс байрам билдәләнә. Уны хәтирәләр көнө тип тә атарға кәрәктер, сөнки тормоштоң айырым мәлдәрен тик айырым осраҡтарҙа ғына, йәғни ниндәйҙер сәбәп менән шкафтан ҡалын фотоальбомды сығарғанда һәм "үткән йылдар биттәре буйлап сәйәхәт" башлағанда ғына иҫкә төшөрөп була. Һәр кемдең бәхетле, ҡайғылы, балалар баҡсаһын йәки мәктәпте тамамлаусы, диплом алыусы, дуҫтары менән ял итеүсе һәм башҡаларҙы һүрәтләгән бик күп фотолары бар.
Хәҙерге көндә фотоһүрәттәрҙе баҫтырып сығарырға теләүселәр бик аҙ, улар хәтерҙәрен электрон форматта һаҡлауҙы хуп күрә. Әммә был хәтер кисәһе үткәреүгә бер нисек тә ҡамасауламай.
Хәрби разведчик көнө - Рәсәй хәрбиҙәренең һөнәри байрамы, уларҙың хеҙмәте хәрби разведка менән бәйле, йыл һайын 5 ноябрҙә билдәләнә. Ул Рәсәй Федерацияһы Президентының 2006 йылдың 31 майындағы 549-сы указы менән билдәләнгән.
Байрам датаһы осраҡлы һайланмаған. 1918 йылдың ошо көнөндә Петроградта Ҡыҙыл Армияның Ялан штабы составында армияның бөтә разведка органдары көстәрен координациялау өсөн Теркәү идаралығы булдырыла, ул һуңынан Рәсәй Ҡораллы Көстәре Генераль штабының данлыҡлы Баш разведка идаралығына (ГРУ) - Рәсәй хәрби разведкаһы менән идара итеүҙең үҙәк органына әйләнә.
1929: СССР-ҙа беренсе планетарий асыла. Мәскәүҙә планетарий асылған көндә унда яһалма йондоҙло күкте күрһәтеү менән беренсе лекция үткәрелә. Матбуғатта киң яҡтыртыла, ә В. Маяковский ваҡиғаға "Пролетарка, пролетарий, заходите в планетарий"... шиғыры менән яуап бирә.
фото: Рәзил Бикбулатовтың ғаилә архивынан. Ул ап-аҡ кейемдә әсәһенең алдында ултыра (уң яҡта, аҫта)