+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
5 Ноябрь 2024, 05:46

Ҡыш етеп килә...

Ҡар, боҙлауыҡ, аяҙытҡанда -14° фаразлана. Алдағы көндәргә һауа торошо:

Ҡыш етеп килә...Ҡыш етеп килә...
Ҡыш етеп килә...

Бөгөн, 5 ноябрҙә, урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы, айырым райондарҙа боҙлауыҡ көтөлә. Ел көньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ +1, -4°.

6 ноябрҙә, ҡар, төндә көньяҡта көслө ҡар яуыуы, айырым райондарҙа боҙлауыҡ фаразлана. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан талғын, көньяҡта көсәйеүсән. Температура төндә -2, -7°, көндөҙ +1, -4°.

7 ноябрҙә, бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, төндә көньяҡ-көнсығышта көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -4, -9°, аяҙытҡанда -14°, көндөҙ -2, -7°.

Рәзил Бикбулатов фотоһы

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас