Ҙур этнографик диктант – ул Рәсәйҙә йәшәгән халыҡтарҙың мәҙәниәте менән таныштырыусы ағартыу проекты. Уны башҡарып, бер ыңғайҙан этномәҙәни белемдәрегеҙҙең дөйөм кимәлен дә баһалай алаһығыҙ. Акцияла теләгән һәр кем ҡатнаша ала, бер ниндәй сикләүҙәр юҡ.
Акцияны Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ ойошторған.
Диктант биремдәре тест рәүешендә төҙөлгән.
Тест 30 һорауҙан тора.
Диктантте үтеү ваҡыты – 45 минут.
Бөтә биремдәргә дөрөҫ яуап биргән өсөн 100 балл бирелә.
Барлыҡ уҡыусыларҙы, ата-әсәләрҙе, уҡытыусыларҙы Халыҡ-ара акцияла ҡатнашырға саҡырабыҙ! Бөгөн акцияның һуңғы көнө, ҡушылып ҡалығыҙ!
Ҡатнашыу өсөн www.miretno.ru рәсми сайтына инергә һәм “Диктант үтеү” өлөшөн һайларға кәрәк.
Диктантты үткән һәр ҡатнашыусыға сертификат тапшырыла.