Ҡыш алдынан, умарталар елләп, кипшенеп бөткәс, уларҙы баҙға күсерәләр.
Умарталарҙағы бал ҡорттары үҙҙәре лә ҡышҡа әҙерләнә. Улар бал һаҡламы туплай, өйҙәренең (умарта – бал ҡорттарының өйө) тишек-тошоғон прополис менән һылап көпләй. Шулай итһәң, һыуыҡ та, дым да инмәй. Ҡышлауға әҙерләнеп, бал ҡорттары шулай уҡ әре ҡорттарҙан ҡотола. Әре ҡорттар эшкә файҙаһыҙ артыҡ тамаҡтар, шуға эшсе бал ҡорттары уларҙы ҡышҡа умарта эсендә ҡалдырмай.
Бөтә шарттар күҙәтелһә, бер ниндәй ҡамасау булмаһа, бөжәктәр бер-береһенә йомғаҡ кеүек булып һарылышып, асыҡһалар, көҙҙән йыйып ҡалдырған балды ашап, яҙға тиклем ошо бәләкәс кенә йорттарында ятасаҡ.