“Был пик сәғәтендәге Мәскәү метрһы түгел — Был беҙҙең Көрәш һарайы. Бөгөн бында секцияларға яҙылып өлгөргәндәр өсөн Асыҡ ишектәр көнө үткәрәбеҙ, – тип яҙған үҙенең посында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. – Бында балалар дзюдо, самбо, грэпплинг, ирекле көрәш менән шөғөлләнәсәк, һәм беҙҙең маҡсатыбыҙ нәҡ шул: мөмкин тиклем күберәк балалар спорт менән шөғөлләнһен. Бөгөн уларҙың күмәк булыуына ҡыуанам. Көрәш һарайында эште бөтәһенә лә уңайлы булырлыҡ итергә тырышасаҡбыҙ”.