Яңы йыл тамашаһын "Башҡортостан" дәүләт концерт залында ике ағымда ойоштороу планлаштырыла.
Был хаҡта хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры вазифаһын башҡарыусы Альберт Яримов хәбәр итте.
Бынан тыш, балалар баҡсаларында һәм мәктәптәрҙә традицион Яңы йыл иртәлектәре, муниципалитеттарҙа Яңы йыл ғаилә уйындары ойоштороласаҡ. Ҡышҡы каникулда шыршы саралары күп буласаҡ.
Башҡортостандың мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Әминә Шафиҡова хәбәр итеүенсә, муниципалитеттар балалар өсөн мәҙәни саралар программаһын төҙөй. Башҡортостандың мәҙәниәт учреждениелары 2024 йылдың 20 декабренән 2025 йылдың 10 ғинуарына тиклем 1,93 миллион кеше ҡатнашасаҡ 28 мең сара үткәреүҙе планлаштыра.