-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Ноябрь , 16:27

Үҙенсәлекле балалар өсөн шыршы байрамы

Ғинуарҙа Өфөлә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында инвалид балалар өсөн «Аксаков шыршыһы» ойошторола. Байрамда 500-ҙән ашыу бала һәм уларҙың ата-әсәләре, шул иҫәптән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзалары ҡатнашасаҡ.

Үҙенсәлекле балалар өсөн шыршы байрамы
Үҙенсәлекле балалар өсөн шыршы байрамы

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығына ҡараған реабилитация үҙәктәрендә лә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән 2 меңдән ашыу балаға Яңы йыл кисәләре үткәреләсәк.

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә балалар өсөн шыршы байрамдары ойоштороу мәсьәләһен ҡарағанда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенсәлекле балаларҙың барыһына ла байрам бүләк итеү маҡсатында Өфөләге «Аксаков шыршыһы» форматын республиканың бөтә муниципалитеттарына таратырға тәҡдим итте. Ундай балаларҙың һаны  20 мең самаһы. Муниципалитет башлыҡтары бындай сараларҙы үткәреү датаһын, ҡатнашыусылар һанын билдәләргә һәм бүләктәр мәсьәләһен хәл итергә тейеш буласаҡ.

Сығанаҡ

Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас: