14 йәшлек Анна-Элиза, мәҫәлән, 2021 йылда дачала саҡта һеңлеһенең күҙ уңынан ысҡынғанын шәйләп ҡала. Тик тормаҫ һеңлеһе ванналағы һыуға төшкән булып сыға. Тонсоға башлаған. Анна-Элиза уны һыуҙан сығара һала, йөрәгенә массаж яһай башлай. Эштәге әсәһе нисек эшләргә икәнен телефондан әйтеп тора, ашығыс ярҙам да саҡырта. 15 минуттан медиктар килеп етә. Шулай итеп, бала ҡотҡарыла.
Иптәштәре менән бергә Максим Гришуков һыуға батҡан бер ирҙе ҡотҡарыша. Шамил Фазлыев менән Артур Филонов шулай уҡ йылғаға батҡан бер ҡыҙҙы алып сыға.
Наградалар тапшырыу тантанаһында РФ сенаторы Лилиә Ғүмәрова «Герой балалар» бөтә Рәсәй проектының 2014 йылдан дауам итеүен һәм бөгөн балаларға эскерһеҙ һәм ҡаһарман ғәмәлдәре өсөн рәхмәт белдерелеүен билдәләне. БР Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Ирек Сәғитов иһә балаларҙың батырлығын тиҫтерҙәре һәм тотош йәмғиәтебеҙ өсөн ҡыйыулыҡ һәм илһөйәрлек өлгөһө тип атаны.