-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Ноябрь , 12:02

“Салют” яңы ағымды ҡабул итте

11 ноябрҙә “Салют” балалар реабилитация комплексының стационар бүлексәһендә яңы заезд башланды. Сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикләнгән 42 бала план буйынса дауалау һәм реабилитациялау үтергә килде. Улар бөтә республиканан йыйылған.

“Салют” яңы ағымды ҡабул итте
“Салют” яңы ағымды ҡабул итте

Заезд 21 көн дауам итә, тигән үҙәктең етәксеһе Милана Скоробогатова.

Башҡортостан Башлығы 2024 йылдың Һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек йылы тип иғлан ителеүенә бәйле был темаға ҙур иғтибар йүнәлткәйне. Әлеге үҙәк тә Радий Хәбиров тырышлығы менән төҙөлгәйне. 7 октябрҙә асылған был учреждение сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикләнгән 6,5 мең баланы хеҙмәтләндерергә йыйына.

Башҡортостанда йәшәүселәр “Салют”та реабилитацияға түбәндәге телефондар буйынса яҙыла ала:

  1. Социаль йүнәлеш: 
    Республика балалар реабилитация үҙәге
    т. (791-77) 62-66-64,
    т. (734-72) 86-15-96;
  2. Медицина йүнәлеше: 
    Республика балалар клиник дауаханаһы (https://vk.com/ufardkb
    т. (734-72) 29-08-08;
  3. Белем алыу йүнәлеше: 
    «Йондоҙ» уҡыу үҙәге
    т. (792-73) 09-37-18,
    т. (734-72) 66-02-77.

Сығанаҡ

“Салют” яңы ағымды ҡабул итте
“Салют” яңы ағымды ҡабул итте
“Салют” яңы ағымды ҡабул итте
“Салют” яңы ағымды ҡабул итте
“Салют” яңы ағымды ҡабул итте
“Салют” яңы ағымды ҡабул итте
“Салют” яңы ағымды ҡабул итте
Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас: