-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Ноябрь , 12:35

Йоҡа боҙға төшмәгеҙ

Балалар, әле йылға-күлдәр өҫтөндәге боҙҙоң иң хәүефле мәле икәнен беләһегеҙме икән? Ул әле бик йоҡа, аяҡ аҫтында сатнап, ватылып китергә генә тора. Әлбиттә, балаларға ғына түгел, өлкәндәргә лә ҡағыла иҫкәртеүҙәребеҙ.

Йоҡа боҙға төшмәгеҙ
Йоҡа боҙға төшмәгеҙ

Эттәрегеҙҙе лә боҙ өҫтөнә ебәрмәгеҙ.  Балалар эте артынан үҙе лә боҙға  йүгереп төшөп китергә генә тора. Хәүеф, ҡурҡыу тәжрибәһе булмағас, улар бигерәк һаҡһыҙ ҡылана.

Бер кешене күтәрерлек булһын өсөн боҙҙоң ҡалынлығы 10 сантиметрға етергә тейеш.

Боҙға төшкәс, ул шытырлап сатнай башлаһа, йүгерергә ярамай. Белгестәр бындай осраҡта боҙ өҫтөнә ятып, килгән эҙең буйлап ярға ҡарай шыуышырға ҡуша.

Берәйһенең боҙ аҫтына төшөп киткәнен күрһәгеҙ, телефондан  112 номерына шылтыратып, ҡотҡарыусыларҙы саҡырырға кәрәк. Үҙ көсөңдө самаламайынса ҡотҡарырға ташланһаң, һиңә лә ярҙам кәрәк булыуы ихтимал. Туңмай ятҡан йә боҙо ватылған урынға батып барған кешене ҡотҡарыр өсөн аҫтыңа саңғы йә таҡта һалып, ятып шыуышырға кәрәк, ләкин боҙ ситенә 1,5-2 метрҙан да кәмерәк араға яҡынлашырға ярамай. Ҡулды биреү ҙә хәүефле. Иң яҡшыһы – шарф осон йә башҡа шундай оҙон әйбер ырғытып һөйрәү.

Батҡан кешене ярға сығарыу менән ашығыс ярҙам саҡырыу зарур. Нисек тә йылы урын табып индереп, эҫе сәй бирергә кәрәк. Тәнен ыуырға ярамай.

Әгәр эргәлә йылынырлыҡ урын булмаһа, һыулы кейемен систереп, ҡоро кейем кейҙереү, һис булмаһа, һыуын һығып, үҙенең кейеме кире кейҙереү кәңәш ителә.

Сығанаҡ

Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас: