-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Ноябрь , 13:29

Башҡортостанда мәктәптәр яңыртыла

Башҡортостанда мәктәптәрҙең ремонтланыуын айырым контролдә тоталар. Күптән түгел “Берҙәм Рәсәй” төбәк бүлексәһенең партия десанты Мәләүез ҡалаһына килеп, 8-се мәктәпте капиталь ремонтлауҙың нисек барғанын ҡараны.

Башҡортостанда мәктәптәр яңыртыла
Башҡортостанда мәктәптәр яңыртыла

Мәктәп бинаһы күҙ алдында үҙгәрә. Ремонт бригадаһы йомшаҡ ҡыйыҡты алмаштырған, ярым ҡоро стяжка һалған, яңы түшәмдәр ҡуйған, цоколь ҡатын нығытҡан. Әле эске биҙәү эштәре бара, бинаның йөҙө яңыртыла, плитка түшәлә.

Капиталь ремонттан һуң уҡыусыларҙы сифат һәм хәүефһеҙлек стандарттарына яуап биргән иркен, яҡты һәм уңайлы кабинеттар ҡаршы аласаҡ.

– Был проект – йәмғиәт өсөн мөһим башланғыстарҙа “Берҙәм Рәсәй” булдырған халыҡ программаһының ярҙамына бер миҫал. Төбәгебеҙҙә белем алыу өсөн лайыҡлы шарттар булдырылыуына шатбыҙ, был бигерәк тә йәштәр һәм уларҙың киләсәге өсөн мөһим, — ти партия десанты вәкилдәре.

8-се мәктәп яңы уҡыу йылына ишектәрен асһын өсөн ремонтты ваҡытында тамамларға вәғәҙә итә эшселәр.

РФ Президенты ҡушыуы буйынса иғлан ителгән “Мәктәп белем биреү системаларын модернизациялау” федераль программаһы буйынса эш Башҡортостанда 2022 йылдан алып барыла. Уның сиктәрендә республика Башлығы булышлығында 140 мәктәп төҙөкләндерелгән дә инде.

2024 йылда ғына ла проектты тормошҡа ашырыуға 1,8 миллиард һум бүленгән, шуның 282,6 миллион һумы төбәк бюджетынан алынған. Был аҡсаға 31 белем биреү учреждениеһын төҙөкләндереү тамамланған йәки әле дауам итә, тағы ла 25-е 2025 йылдың 1 сентябренә тапшырыласаҡ.

Бынан тыш, Башҡортостан Рәсәй Мәғариф министрлығына 2025, 2026, 2027 йылдарҙа мәктәптәрҙе яңыртыуға өҫтәмә ғариза биргән. Дөйөм алғанда, был осорҙа 360 мәктәп бинаһын төҙөкләндереү күҙаллана. Шулай уҡ 2025–2027 йылдарҙа балалар баҡсаларын капиталь ремонтлауға заявка әҙерләнгән.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас: