+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
14 Ноябрь 2024, 06:20

Ауыл китапханаларына китап йыйыуҙа ҡатнашығыҙ

Башҡортостанда “Китап уҡыусы ауыл” тигән проектты башлағандар. Теләгән бер кеше төрлө йәштәге уҡыусыларға тәғәйенләнгән китаптар, өҫтәл уйындары менән уртаҡлаша ала.

Ауыл китапханаларына китап йыйыуҙа ҡатнашығыҙАуыл китапханаларына китап йыйыуҙа ҡатнашығыҙ
Ауыл китапханаларына китап йыйыуҙа ҡатнашығыҙ

Проектты республика Йәмәғәт палатаһы башлаған. Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтай депутаттары, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Яҙыусылар һәм Журналистар союздары башланғысты  күтәреп алған.

Йәмәғәт палатаһы ағзалары райондар, ауылдар буйлап йөрөгәндә шуға иғтибар иткән: ауыл китапханалары китаптар туҙанланып ята торған урын түгел. Палата ағзаһы Рита Некрасова әйтеүенсә, ауыл китапханалары – бәләкәйҙәргә китап уҡыу, төрлө ҡул эштәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәреү, бергәләшеп сәй эсеүҙәр, өҫтәл уйындары уйнай торған урын ул.

Йәмәғәт палатаһы рәйесе Данияр Абдрахманов, быйылғы йылдың Ғаилә йылы итеп иғлан ителеүенә бәйле, китаптың балаларға тәрбиәүи тәьҫирен, шәхес формалаштырыуҙағы ролен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Шул сәбәпле Ғаилә йылын “Китап уҡыусы ауыл” проекты менән ослап ҡуйыуҙың урынлы һәм ваҡытлы булыуын билдәләй ул.

Акцияға теләгән бер кеше ҡушыла ала. Китап һәм өҫтәл уйындары йыйыу Зәки Вәлиди урамы, 40-сы йорт адресында 4-се ҡатта ойошторолған. Ул 10 декабргә тиклем барасаҡ.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас