+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
14 Ноябрь 2024, 05:38

Бәләкәй хоккейсылар көс һынашасаҡ

Башҡортостанда 7 йәштән 12 йәшкә тиклемге балалар өсөн шайбалы хоккей буйынса асыҡ чемпионат үтәсәк. Был турала республиканың Берләшкән хоккей федерацияһы хәбәр итә. Ярыштар 16 ноябрҙә башлана һәм 2025 йылдың 30 мартына тиклем дауам итә.

Бәләкәй хоккейсылар көс һынашасаҡБәләкәй хоккейсылар көс һынашасаҡ
Бәләкәй хоккейсылар көс һынашасаҡ

Ете йыллыҡ тәнәфестән һуң иғлан ителгән чемпионат республикалағы 9 ябыҡ боҙ майҙанында барасаҡ. Унда Башҡортостандың 24 клубы ҡатнаша, шул иҫәптән «Астра», «Салауат Юлаев», «Нарыштау», «Парус», «Горняк» клубтары һ.б. Ярыштар теҙмәһенә тәүләп өс ҡыҙҙар командаһы индерелгән.

Финал «Өфө Арена» һарайында үтәсәк. Турнирҙы ойоштороусылар шәхси һәм команда приздарын хәстәрләгән.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас