+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
14 Ноябрь 2024, 09:16

“Минең шәжәрәм” конкурсы иғлан ителде

Республикабыҙҙың Архив эштәре идаралығы менән Милли архивы шәжәрәләргә бағышланған   8-се асыҡ республика конкурсын иғлан итте. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған был сарала “Минең ата-бабаларым – Ватанды һаҡлаусылар” темаһына яҙылған “Минең шәжәрәм” ғилми-тикшеренеү эштәре менән ҡатнашырға мөмкин буласаҡ.  

“Минең шәжәрәм” конкурсы иғлан ителде“Минең шәжәрәм” конкурсы иғлан ителде
“Минең шәжәрәм” конкурсы иғлан ителде

Положениеға ярашлы, конкурс түбәндәге йәш төркөмдәрендә үткәрелә:

-  7–11-се синыфтар  уҡыусылары;

- урта һөнәри һәм юғары уҡыу йорттары студенттары;

- 35 йәшкә тиклемге йәштәр.

Ижади конкурс номинациялары:

1. 1941—1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ата-бабаларымдың батырлығы һәм шәжәрәһе.

2. Тыл эшсәндәренең хеҙмәт батырлығы һәм шәжәрәһе.

3. 1941—1945 йылғы  Бөйөк Ватан һуғышы – ғаиләмдең нәҫел ағасында (тауышлы видеопрезентациялар).

Ғаризаларҙы һәм конкурс эштәрен 2025 йылдың 1 мартына тиклем ошо электрон почтаға ебәрергә: shezhere.rodoslovnaya@yandex.ru.

Шәжәрә конкурсы лауреаттарын бүләкләү тантанаһы 2025 йылдың 25 апрелендә Өфө ҡалаһында үтә.  Урыны һәм ваҡыты тураһында өҫтәмә хәбәр ителер.

“Минең шәжәрәм” конкурсы положениеһы һәм ғариза формаһы  БР Архив эштәре идаралығының һәм БР Милли архивының рәсми сайттарында бар.

Сығанаҡ: Башҡортостан  Республикаһы Милли архивының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас