+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
14 Ноябрь 2024, 06:00

Йәш быуын белергә тейеш

22 ноябрҙә Өфө фән һәм технология университетында «Глобаль климат үҙгәрештәренең тәбиғәт мөхитенә һәм кешегә йоғонтоһо» мәктәп-семинары башлана. Уны университет менән берлектә Башҡортостандың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты ойоштора.

Йәш быуын белергә тейешЙәш быуын белергә тейеш
Йәш быуын белергә тейеш

Семинар-мәктәпкә Өфө ҡалаһының Ассоциациялашҡан мәктәптәре уҡыусылары  саҡырыла, ә дәрестәрҙе ӨФТУ-ның Тәбиғәт һәм Кеше институты уҡытыусылары алып барасаҡ. Уҡыу Вуз-ара кампуста үтәсәк.

Глобаль йылыныу менән бәйле планетала үҙгәрештәр бара. Үҙгәрештәр һауа температураһының күтәрелеүендә генә түгел, һауа торошо һәм климат менән бәйле хәүефле күренештәрҙең йышайыуында ла сағыла, ти мәктәп-семинар етәксеһе, институттың геология, гидрометеорология һәм геоэкология кафедраһының өлкән уҡытыусыһы, география фәндәре кандидаты Рита Камалова.

Йәш быуын был үҙгәрештәрҙең ихтимал булған эҙемтәләрен белергә тейеш, тип иҫәпләй ғалим. Дәрестәр уҡыусыларҙың экологик белемдәрен киңәйтеү маҡсатын ҡуя.

Мәктәп-семинар программаһында лекциялар һәм практикумдар үткәреү ҡаралған.

Сығанаҡ: БР Хөкүмәте сайты.

Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас