Ярыш «Бөтә Рәсәй Самбо көнө»н байрам итеү сиктәрендә Көрәш һарайында ойошторола.
Турнир тәүге тапҡыр ике йыл элек булғайны. Быйылғыһын олимпия системаһы буйынса бер нисә йәш категорияһында: 8–9 йәш, 10–11 йәш, 12–13 йәш һәм 14–16 йәш төркөмдәрендә уҙғаралар. Ярыштарҙа 1500-ҙән ашыу йәш спортсының ҡатнашыуы көтөлә.
Турнирҙы асыу тантанаһында илдең төрлө төбәктәренән йыйылған 1000-дән ашыу йәш самбосы спортсы антын бирә, бының менән улар ғәҙел көрәшәсәктәрен һәм самбо рухына тоғролоҡтарын раҫлай.
ФОТО: БР Спорт министрлығы матбуғат хеҙмәте.
Сығанаҡ: “Республика Башкортостан” гәзите.