+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
16 Ноябрь 2024, 05:45

БСТ һәйкәл тураһында репортаж бирҙе

БСТ хәбәрселәре ҡотҡарыусылар менән бергә Салауат Юлаев һәйкәленең эске яғын видеоға төшөргән. “Яңылыҡтар” программаһы өсөн эшләнгән был  яҙмала һәйкәлде реконструкциялауға бәйле күп һорауҙарға яуап бирелә.  

БСТ һәйкәл тураһында репортаж бирҙеБСТ һәйкәл тураһында репортаж бирҙе
БСТ һәйкәл тураһында репортаж бирҙе

Һәйкәлдең эсен төшөрөү оператор Вадим Лобовҡа йөкмәтелгән. Азамат Даянов коллегаһының эшен ситтән төшөрә. Коптер менән бейеклектән Ринат Кашапов күҙәтә.

Һәйкәлдең торошона бәйле һорауҙарға яуапты “Мин ҡайтырмын” тигән документаль фильмды төшөрөүселәр ҙә эҙләй. Башҡортостан юлдаш телеканалының баш мөхәррире, фильмдың авторы Гәүһәр Батталова, Башҡортостан мәҙәни мираҫын дәүләт һаҡлауы идаралығы етәксеһе, күҙәтеү советы рәйесе вазифаларын башҡарыусы Салауат Ҡолбахтин һәйкәлдең реконструкцияһына ҡағылышлы һорауҙар менән борсолоуын һәм ентекле ҡыҙыҡһыныуын белдерә һәм эштәрҙең барышы тураһында һөйләй.

Сығанаҡ: БСТ Яңылыҡтар программаһы.

БСТ һәйкәл тураһында репортаж бирҙе
БСТ һәйкәл тураһында репортаж бирҙе
БСТ һәйкәл тураһында репортаж бирҙе
БСТ һәйкәл тураһында репортаж бирҙе
Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас